ФАЛЛОПИЯ (Fallopia), ҡарабойҙай һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә, ш. уҡ Арктикала һәм Көньяҡ ярымшарҙың тропик булмаған бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда үрмә Ф. һәм ҡыуаҡлы Ф. үҫә. Бер йыллыҡ үлән. Һабағы ғәҙәттә уралыусан йәки түшәлеүсән, оҙонлоғо 40–150 см. Япрағы йөрәк‑уҡ формаһында, япраҡ яны көпшәһе төбөнән сығыусы оҙон һаптар м‑н. Сәскәһе ябай аҡһыл, йәшкелт йәки алһыу‑аҡ сәскә эргәлеге м‑н, уларҙың өлөштәре үрмә Ф. – ҡанатһыҙ, тупаҡ киль һымаҡ, ҡыуаҡлы Ф. – киң ярылы ҡанаттар м‑н. Һеркәстәре 8, емешлеге 1, емешлек ауыҙы 3. Сәскәлеге – өҙөк‑өҙөк һирәк суҡтарға йыйылған аҙ сәскәле ҡуйындағы суҡ. Июнь–окт. сәскә ата. Емеше – өс ҡырлы ялтыр йәки тоноҡ (үрмә Ф.) сәтләүек, сент.–окт. өлгөрә. Баҫыуҙа, ҡалдауҙа, ҡомло битләүҙә һәм йылға ярҙары буйлап үҫә; Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының бейек тауҙарынан башҡа респ. бөтә терр‑яһында таралған. Декоратив үҫемлек, баллыүҫемлектәр, ҡый үләндәре, үрмә Ф. – мал аҙығы үҫемлеге. Япрағы һәм емеше ашарға яраҡлы. Составында антрахинондар, витаминдар, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Илл.: Ҡыуаҡлы фаллопия (Fallopia dumetorum)

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика