ТРАГЕДИЯ (гр. tragōidia), драматургияның трагик пафос м‑н һуғарылған төп жанрҙарының береһе (драма һәм комедия м‑н бер рәттән). Т. нигеҙен шәхестең яҙмыш, йәмғиәт, донъя м‑н характерҙың һәм нәфсенең компромисһыҙ көсөргәнешле көрәшендә сағылған бәрелеше тәшкил итә. Конфликт ғәҙәттә төп геройҙың үлеме м‑н хәл ителә. Башҡ. драматургияһында жанрҙың сағыу өлгөләре М.Кәрим тарафынан ижад ителгән, уның әҫәрҙәрендә кешенең рухи азатлығы проблемаһы халыҡ бәхете өсөн үҙ‑үҙеңде ҡорбан итеү идеяһы аша хәл ителә: “Салауат. Өн аралаш ете төш”, “Ай тотолған төндә”, “Ташлама утты, Прометей!”. Автор, трагик материалды тәрән фәлс. һәм әхлаҡи мәғәнә м‑н тулыландырып, үҙ геройҙарын идеал һәм героик символ кимәленә тиклем күтәрә. Башҡ. әҙәбиәтендә элек булып үткән реаль (Н.Ғәйетбайҙың “Төн, йәки Һәҙиә менән Рәми”, К.Мәргәндең “Өҙөлгән моң”, Ғ.Ғ.Шафиҡовтың “Аттила” һ.б.) һәм уйлап сығарылған (З.А.Биишеваның “Зөлхизә”, Т.Ғәниеваның “Тамарис”, И.Х.Йомағоловтың “Нәркәс”, “Семәрле тәхет” һ.б.) ваҡиғаларға арналған, мифол. (М.Кәримдең “Ташлама утты, Прометей!” һ.б.) һәм фольклор (Ф.М.Бүләковтың “Таштуғай” һ.б.) сюжеттарына һ.б. нигеҙләнгән Т. бар. Т. башҡа жанрҙар м‑н үҙ‑ара бәйләнеше һөҙөмтәһендә трагикомедия (Н.Нәжмиҙең “Ҡыңғыраулы дуға” һ.б.), трагифарс (Бүләковтың “Бибинур, ах, Бибинур!” һ.б.) жанрҙары үҫеш ала.

Әҙәб.: А х м а д и е в Р.Б. Конфликты, жанры, характеры. Уфа, 2009.

Р.Б.Әхмәҙиев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов