ФӘЙЗУЛЛИН Рәшит Ғибаҙулла улы (1.2.1930, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Йөрәктау‑Муҡшы а., хәҙ. БР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Йөрәктау а., – 30.12.1984, Нефтекама ҡ.), нефтсе. СССР нефть сәнәғәте отличнигы (1974), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1973). 1947 й. алып “Башзападнефтеразведка” тресының (Октябрьский ҡ.) Стәрлетамаҡ геол.‑эҙләнеү контораһында эшләй. 1950 й. башлап 9‑сы карталаусы быраулау партияһы, 1956 й. – “Башвостокнефтеразведка” тресының Бөрө геол.‑эҙләнеү партияһы быраулаусыһы, 1961 й. – скважиналарҙы һынап ҡарау операторы, 1964 й. – “Арланнефть” НГДУ‑һының (Нефтекама) скважиналарҙы капиталь ремонтлау мастеры. Ф. ҡатнашлығында Арлан нефть ятҡылығы үҙләштерелгән, хеҙмәтте ойоштороуҙың алдынғы ысулдары, скважиналарҙы капиталь ремонтлауҙың яңы техникаһы һәм технологиялары индерелгән. СССР Дәүләт пр. лауреаты (1978). Ленин (1975), “Почёт Билдәһе” (1971) орд. м‑н бүләкләнгән.

Илл.: Р.Ғәйзуллин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика