ТӨРӨШЛӨ, Благовещен р‑нындағы ауыл, Ильина Поляна а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 19 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 31 км алыҫлыҡта Иҙәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 238 кеше; 1920 — 360; 1939 — 257; 1959 — 317; 1989 — 336; 2002 — 357; 2010 — 351 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ильина Поляна урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1875 й. Өфө өйәҙендә кенәз А.И.Кугушевтан һатып алынған ерҙәрҙә Вятка губернаһынан күсеп килгән кешеләр Яңы Князев исеме м‑н нигеҙ һала. 1896 й. 46 йортта 308 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, ҡап тегеү м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү (1885 й. төҙөлгән), сиркәү-мәхәллә мәктәбе, 2 май һығыу йорто, бакалея кибете булған. 1906 й. сиркәү, сиркәү-мәхәллә мәктәбе, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018