ФӘЙЗУЛЛИН Миҙхәт Муса улы (1.1.1925, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Аллағыуат а. – 28.5.1998, Ишембай ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). 1944 й. алып “Ишимбайнефть” нефть промыслаһы идаралығында: слесарь, 1946 й. башлап газ м‑н иретеп йәбештереүсе, 1948 й. – газ операторы, 1955 й. алып газ эше слесары. 1959–87 йй. “Ишимбаймежрайгаз” тресының газ һәм электр м‑н иретеп йәбештереүсеһе. Ф. ҡатнашлығында 9‑сы биш йыллыҡ планды үтәгәндә юғары етештереү күрһәткестәренә өлгәшелә. Ленин (1971), Халыҡтар дуҫлығы (1981), “Почёт Билдәһе” (1966) орд. м-н бүләкләнгән.

Илл.: М. М.Фәйзуллин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика