ФӘЙЕЗОВ Фәнүз Фәйез улы (22.7.1935, БАССР‑ҙың Мишкә р‑ны Ҡыйғаҙытамаҡ а. – 15.11.2009, БР‑ҙың Ҡалтасы р‑ны Краснохолмский а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1981). 1952 й. алып Ҡариҙел урман сәнәғәте хужалығында тракторсы. 1953–90 йй. “Башнефть” ПБ‑ның Краснохолмский быраулау эштәре идаралығында эшләй: слесарь, 1957 й. алып быраулаусы ярҙамсыһы, 1963 й. – быраулаусы, 1983 й. – быраулау мастеры. Ф. бригадаһы быраулау ҡоролмаларын үҙләштереүҙә, респ. бер нисә нефть ятҡылығын асыуҙа ҡатнаша. Ленин (1974, 1981), “Почёт Билдәһе” (1966) орд. м‑н бүләкләнгән.

Илл.: Ф.Ф.Фәйезов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика