ТӨРӨКМӘН 2-се, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Моҡас а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 68 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 27 км алыҫлыҡта Яҡшыдәүләт й. (Төйәләҫ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 30 кеше; 1920 — 556; 1939 — 177; 1959 — 145; 1989 — 162; 2002 — 146; 2010 — 156 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Мәсет бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Орск өйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Төрөкмән а. (хәҙ. 1‑се Төрөкмән а.) кешеләре ағалы‑ҡустылы Рәмиевтарҙың Төрөкмән приискыһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала (ҡара: Рәмиевтарҙың алтын приискылары). 20 б. 20‑се йй. алып 2‑се Төркмән а. булараҡ теркәлгән. 30‑сы йй. башлап хәҙ. исемен йөрөтә.

Ә.З.Сәйғәфәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.