ТӨРКӘЙ, Благовар р‑нындағы ауыл, Күсәрбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 27 км һәм Благовар т. юл ст. Т. табан 42 км алыҫлыҡта Сәрмәсән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 321 кеше; 1920 — 377; 1939 — 334; 1959 — 185; 1989 — 123; 2002 — 113; 2010 — 118 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1728 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә мишәрҙәр нигеҙ һала. Шулай уҡ Төрәй исеме м‑н билдәле булған. 1795 й. 153 кеше йәшәгән, 1865 й. 40 йортта — 221 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, мөгәзәй теркәлгән. Т. 5‑се мишәр кантоны үҙәге булған (1835). Х.А.Әхтәмов ошо ауылда тыуған.

Р.Ғ.Ҡорбанғолов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.