ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАРҘЫ БАЙЫҠТЫРЫУ, сәнәғәт өсөн ҡиммәтле йәки артабанғы металлургия, химик һ.б. эшкәртеүгә яраҡлы продукттар алыу өсөн минераль сеймалды беренсел эшкәртеү процестары йыйылмаһы. Ф.ҡ.б. ҡулланыу б.э. тиклем 4 мең йыл элек башлана. Ф.ҡ.б. төп ысулдарына гравитация м‑н байыҡтырыу (айырыла торған минералдарҙың тығыҙлығы төрлө булғанда файҙаланыла), магнит м‑н айырыу (магнитҡа бирешеүсәнлек), флотация, һелте ярҙамында айырып алыу (химик реагенттарҙа һайлап эретеү) инә. Нефть сығарғанда скважинанан аҡҡан шыйыҡса тау тоҡомдары өлөшсәләренән таҙартыуға, һыуһыҙландырыуға, газһыҙландырыуға, тоҙҙарҙан ҡотолоуға дусар ителә. Ҡаты файҙалы ҡаҙылмаларҙы байыҡтырыу уларҙы ғәҙәттә механик ысулдар м‑н артабанғы эшкәртеү өсөн яраҡлы булған өлөшсәләр дәүмәленә тиклем ваҡлауҙы, ҡиммәтле минерал өлөшсәләрен айырыуҙы һәм буш тау тоҡомдары өләшсәләрен алып ташлауҙы үҙ эсенә ала; һөҙөмтәлә концентраттар һәм ҡойроҡтар (байыҡтырыу ҡалдыҡтары) алына. БР‑ҙа башлыса Ф.ҡ.б. гравитация (Учалы, Баймаҡ, Белорет р‑ндарында алтын һибелмәләрен йыуыу) һәм флотация (Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында баҡыр колчеданы мәғдәндәрен эшкәртеү һ.б.) ысулдары ҡулланыла. Егәҙе‑Комаров төркөмөнөң Туҡан тимер мәғдәне ятҡылығы һәм башҡа ятҡылыҡтар сеймалын байыҡтырыу йыуыу һәм эре иләк ярҙамында үткәрелә, айырып алынған киҫәкле мәғдән ҡара металлургияла файҙаланыла, охра‑балсыҡлы төрҙәре отвалдарҙа туплана. Учалы һәм Баймаҡ р‑ндары ятҡылыҡтарында алтын алыуҙың геотехнологик ысулдары (ҡара: Гидрометаллургия) ҡулланыла. Тығыҙ һелтеләү ысулы мәғдәнде тупаҫ ваҡлауҙан, уны штабелгә һалыуҙан, алтынды һелтеләп артабан уны цинк туҙанына ултыртыу өсөн файҙаланылған шыйыҡ (0,5%) цианид эретмәһе м‑н һуғарыуҙан тора. Ер аҫтында һелтеләүгә мәғдән тәненә хлор эретмәһен ҡыуыу, уны һурҙырып сығарыу һәм алтынды активлаштырылған күмергә ултыртыу инә. Әбйәлил р‑ны ятҡылыҡтарында хромитты рентгенорадиометрик сепарация ярҙамында байыҡтырыу б‑са тәжрибәләр үткәрелә.

В.Н.Никонов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика