ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАР ЗАПАСТАРЫ, Ер аҫтындағы һәм өҫтөндәге файҙалы ҡаҙылмаларҙың геол.‑разведка эштәре мәғлүмәттәре б‑са билдәләнгән күләме. РФ‑та Ф.ҡ.з. өйрәнелеү дәрәжәһенә ҡарап 4 категорияға айырыла: А, В, С1 һәм С2. Тәүге өс категорияһы — разведкаланған запастарҙы, һуңғыһы алдан баһаланған запастарҙы тәшкил итә. Категорияға теркәү геология‑разведка эштәрен үткәргәндә алынған мәғлүмәттең ентеклелегенән ғибәрәт. Ҡулланыу яраҡлығына ҡарап баланс (үҙләштереү иҡт. маҡсатҡа ярашлы); баланстан тыш (хәҙ. заман шарттарында сығарыу иҡт. маҡсатҡа ярашлы түгел, әммә яңы технологиялар барлыҡҡа килеү йәки сеймал баҙары конъюнктураһының үҙгәреүе сәбәпле уларҙы баланс категорияһына күсереү мөмкинселеге бар) Ф.ҡ.з. бүленә. Ф.ҡ.з. күрһәткестәрен билдәләү өсөн сәнәғәт кондицияларын (ҡиммәтле компоненттарҙың миним. сәнәғәт миҡдары, файҙалы ҡаҙылма есемдәренең миним. ҡалынлығы һ.б. параметрҙар) характерлаған иҫәп-хисап үткәрелә. Ф.ҡ.з. кондицияһын раҫлау, иҫәп‑хисап дөрөҫлөгөн тикшереү, уларҙы баланс һәм баланстан тыш төркөмдәргә бүлеү, сәнәғәттә үҙләштереү өсөн ятҡылыҡ әҙерлеген билдәләү м‑н Дәүләт файҙалы ҡаҙылмалар запастары комиссияһы шөғөлләнә. Комплекслы ятҡылыҡтар өсөн Ф.ҡ.з. иҫәпләү һәм раҫлау һәр бер ҡиммәтле компонентҡа ҡарата башҡарыла. Минераль сеймалдың яғыулыҡ‑энергетика, ҡара металлургия һәм төҫлө металлургия өсөн, тау‑техник, тау‑химик, агрономик, төҙөлөш сәнәғәте өсөн, гидроминераль төрҙәре б‑са баланс Ф.ҡ.з. үҙгәрешенең йыллыҡ иҫәбе (табыш, юғалтыуҙар һ.б.) Рәсәй тәбиғәт ресурстары һәм экологияһы министрлығы Ер аҫтын файҙаланыу федераль агентлығының БР б‑са ер аҫтын файҙаланыу идаралығы һәм БР‑ҙың Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы тарафынан алып барыла.

Б.Д.Мәһәҙиев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

Текст на русском языке