• Печать

ФАЗУЛЛИН Йыһанур Йосоп улы (1.9.1955, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Ҡолсора а.), математик. Физика-матем. ф. д‑ры (2006). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2014). БДУ‑ны тамамлаған (1978), 1984 й. алып шунда уҡ эшләй (2010 й. башлап математика һәм мәғлүмәт технологиялары ф‑ты деканы). Фәнни хеҙмәттәре һыҙыҡлы операторҙарҙың спектраль теорияһына һәм уның математик физикалағы ҡушымталарына арналған. Ф. тарафынан Гильберт арауығындағы үҙэйәртеүле абстракт операторҙарҙың болартыуҙары өсөн регулярланған эҙҙәрҙең формулаларын тикшереү һәм иҫбатлау ысулы табылған, уның нигеҙендә теләһә ниндәй (һайлап алынған) болартыуҙар өсөн яҡшыртылмай торған һөҙөмтә алынған; матем. физиканың ике үлсәмле булған моделле болартыуҙары өсөн эҙҙәр формулаһы һ.б. сығарылған. 40‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (2011).

Х е ҙ м.: Регуляризованный след двумерного осциллятора // Математический сборник. 2001. Т.192. №5 (авторҙ.); Неядерные возмущения дискретных операторов и формулы следов // Шул уҡ. 2005. Т.196. №12 (авторҙ.).

В.Е.Подольский

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Портрет: Й.Й.Фазуллин

Текст на русском языке