ФАЗУЛЛИН Йыһанур Йосоп улы (1.9.1955, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Ҡолсора а.), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2006). БДУ‑ны тамамлаған (1978), 1984 й. алып шунда уҡ эшләй (2010 й. – математика һәм информацион технологиялар ф‑ты деканы). Фәнни хеҙмәттәре һыҙыҡлы операторҙарҙың спектраль теорияһына һәм уның математик физикалағы ҡушымталарына арналған. Ф. тарафынан Гильберт арауығындағы үҙэйәртеүле абстракт операторҙарҙың болартыуҙары өсөн регулярланған эҙҙәрҙең формулаларын тикшереү һәм иҫбатлау ысулы табылған, уның нигеҙендә теләһә ниндәй (һайлап алынған) болартыуҙар өсөн яҡшыртылмай торған һөҙөмтә алынған; матем. физиканың ике үлсәмле булған моделле болартыуҙары өсөн эҙҙәр формулаһы һ.б. сығарылған. 30‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт пр. лауреаты (2011).

Хеҙм.: Регуляризованный след двумерного осциллятора //Математический сборник. 2001. Т.192. №5 (авторҙ.); Неядерные возмущения дискретных операторов и формулы следов //Шул уҡ. 2005. Т.196. №12 (авторҙ.).

В.Е.Подольский

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Портрет: Й.Й.Фазуллин

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика