ФАЗЛЫЕВА Рәйсә Мөғәтәсим ҡыҙы (25.2.1937, БАССР‑ҙың Ҡариҙел р‑ны Абдулла а.), терапевт. Мед. ф. д‑ры (1988), проф. (1989). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (2000), БР‑ҙың атҡ. табибы (1992). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1965) ашығыс мед. ярҙамы станцияһында, 1966—69 йй. 5‑се поликлиникала (икеһе лә — Өфө), 1971 й. алып Респ. клиник дауаханаһында эшләй. 1975 й. башлап БДМУ‑ла (1987—2014 йй. факультет терапияһы каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге эске ауырыуҙар клиникаһында гемостаз патологияһы мәсьәләләренә, бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәкте диагностикалауға һәм иҫкәртеүгә һ.б. арналған. Ф. ҡатнашлығында геморрагик биҙгәкте киҫкен респиратор вируслы инфекцияларҙан, шешеү ауырыуҙарынан дифференциаль диагностикалау, ауырыу барышының ауырлығын һәм геморрагик биҙгәк м‑н ауырығандар хәленең ауырлығын баһалау ысулдары эшләнгән. 500‑гә яҡын ашыу фәнни хеҙмәт һәм 6 уйлап табыу авторы. Ғ.Н.Тереғолов ис. пр. лауреаты (2016).

Х е ҙ м.: Воспалительные и дистрофические заболевания сердца. Өфө; М., 1998 (авторҙ.); Геморрагическая лихорадка с почечным синдромом: актуальные проблемы эпидемиологии, патогенеза, диагностики, лечения и профилактики. Уфа, 2006 (авторҙ.); Поражение легких при геморрагической лихорадке с почечным синдромом. Өфө, 2013.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018