ФАЗЛЫЕВ Марат Мөҙәрис улы (8.5.1967, Өфө), терапевт. Мед. ф. д‑ры (2005), проф. (2006). БДМИ‑ны тамамлаған (1992), 1996 й. алып шунда уҡ уҡыта (2002 й. башлап өҫтәлмә проф. белем биреү ин‑тында), бер үк ваҡытта БР б‑са ЭЭМ‑дың мед.‑санитария бүлеге госпитале начальнигы. Фәнни эшмәкәрлеге гематология, кардиология, ревматология мәсьәләләренә, геморрагик васкулиттың клиник‑патогенетик һәм диагностик үҙенсәлектәрен, гемостаздың патологияһын өйрәнеүгә һ.б. арналған. Ф. ҡатнашлығында геморрагик васкулит формаларын дифференциаль диагностикалау ысулы эшләнгән. 130‑ға яҡын фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Избранные вопросы кардиологии. Уфа, 1998 (авторҙ.); Лимфаденопатии. Уфа, 2001 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.