ФАГТАР (гр. phagos — ашаусы), бактериофагтар, бактерияларҙа паразит булып йәшәүсе вирустар төркөмө. Яҡынса 100 Ф. билдәле, киң таралған. Башы йомро, гексагональ йәки таяҡса формаһында, диам. 20—90 нм, аҡһым капсомерҙарынан барлыҡҡа килгән; уның эсендә ДНК йәки РНК, ш. уҡ бер нисә амин урынлашҡан. Үҫентеһе — эсе ҡыуыш үҙәк, оҙонлоғо 100—210, диам. 2,5—3 нм, аҡһым футляры м‑н уратып алынған; осонда рецепторҙары (хужа күҙәнәктә специфик адсорбцияны тәьмин итә) булған базаль пластинка бар. Ф. өсөн йәшәүҙең 3 формаһы хас: вирион (төҙөлөшө һәм формаһы б‑са морфол. типтарын: оҙон; ҡыҫҡармаусы; эсендә ике епсәле ДНК булған ҡыҫҡа үҫентеле; үҫенте аналогы м‑н — бер епсәле ДНК йәки РНК; еп һымаҡ Ф. — бер епсәле РНК айырып йөрөтәләр), вегетатив вирус һәм провирус. Бактерияларҙа, тыуҙырған инфекция тибына ҡарап, вирулент (зарарланған күҙәнәктәрҙә продуктив инфекция үҫешә, ш. уҡ ваҡытта ҡайһы бер Ф. күҙәнәктәрҙе тарҡата) һәм уртаса, йәки симбиотик (күҙәнәк тарафынан йотола һәм уға үтеп инә, йәшерен инфекцион булмаған профаг формаһында ҡала, лизис тыуҙырмай), Ф. айырып йөрөтәләр. Составында ДНК булған ҡайһы бер Ф. генетик трансдукцияға һәм рекомбинацияға һәләтле. Ф. — молекуляр биологияның классик объекты; уларҙы өйрәнеү гендың нескә структураһын, мутацияларҙың молекуляр механизмын асырға, генетик кодтың серен асырға мөмкинлек бирә. БР‑ҙа “Иммунопрепарат” пр‑тиеһында эренле‑шеш һәм эсәк ауырыуҙарын дауалау өсөн Ф. алыу технологиялары эшләнә һәм етештереүгә индерелә (Н.Н.Ворошилова, Т.Ғ.Ниғмәтуллин һ.б.).

Н.Ә.Кирәева

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика