ФАБРИКА‑ЗАВОД ЭШЕНӘ ӨЙРӘТЕҮ, фабрика һәм заводтарҙа күмер, тау мәғдәндәрен эшкәртеү, металлургия, нефть сәнәғәттәре һәм төҙөлөш өсөн эшселәрҙе проф. әҙерләү системаһы (ҡара: Башланғыс профессиональ белем). Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында оборона сәнәғәте өсөн эшселәр әҙерләгәндәр. Ф.‑з.э.ө. мәктәптәре СССР ЮС‑ы Президиумының 1940 й. 2 окт. “СССР‑ҙың дәүләт хеҙмәт резервы тураһында” указына ярашлы фабрика‑завод өйрәнсектәр мәктәптәре (1920 й. асылған) базаһында т. юл һәм һөнәрселек уч‑щелары м‑н бер ваҡытта ойошторола; уҡыусылар йыйыуҙа мобилизациялау принцибы ҡулланыла. Башланғыс (1949 й. алып тулы булмаған урта) белеме булған 16—17 йәшлек йәштәр ҡабул ителә. Уҡытыу түләүһеҙ, тулыһынса дәүләт ҡарамағында була. Уҡыу курсы 6 (1949 й. — 10) ай тәшкил итә. Уҡыу программаһына производствоның дөйөм политехник принциптарын, технологик процестарҙың төп төшөнсәләрен өйрәнеү, һыҙмаларҙы уҡыу һ.б. инә. 700 һөнәр б‑са белгес әҙерләнә. Ф.‑з.э.ө. мәктәптәрен тамамлаусылар дәүләт пр‑тиеларында 4 йыл эшләргә тейеш була; хәрби хеҙмәткә саҡырыу кисектерелә. 1959 й. ПТУ‑ға үҙгәртелә. Башҡортостанда 1940 й. 5 Ф.‑з.э.ө. мәктәбе эшләй, уларҙа 2750 кеше (ш. иҫ. 3 һөнәрселек уч‑щеһы уҡыусылары) белем ала; 1950 й. — 12 (5486 кеше; ш. иҫ. тимер юл һәм 13 һөнәрселек уч‑щеһы, тау сәнәғәте мәктәбе уҡыусылары).

Әҙәб.: А н а й к и н а Л.И. Партийно‑государственная политика в сфере народного образования в РСФСР (1922—1991 гг.). М., 2001; А л м а е в Р.З. Школьное образование в Башкирской АССР: история, достижения, традиции. Уфа, 2008.

Р.З.Алмаев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Текст на русском языке