ҮТКӘРГЕС ТОРБА ТРАНСПОРТЫНЫҢ ГИДРАВЛИКА ҮҘӘГЕ, БР ФА‑ға ҡарай, 2005 й. Өфөлә ойошторола. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: үткәргес торба транспорты өсөн аномаль шыйыҡсаларҙы реофизик тикшереү ысулдарын камиллаштырыу; статик көсөргәнеш аҫтындағы торбалар металының емерелеү механизмын өйрәнеү; үткәргес торба системалары элементтарының хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙең теоретик нигеҙҙәрен эшләү; күп фазалы ағымдар хәрәкәте ваҡытында коррозияны прогнозлаусы моделдәрҙе анализлау һ.б. Составына 3 бүлек инә. 18 ғилми хеҙм‑р араһында 1 РФА акад., 1 БР ФА акад., 6 фән д‑ры һәм 9 фән канд. (2010). Үҙәк ғалимдары тарафынан ике ҡатлы мөйөш йөйҙәрен ҡулланыуға нигеҙләнгән элементтарҙың ос участкаларын нығытыу ысулдары, үҙгәрешле углеводород шыйыҡсаларын үткәргес торба транспорты м‑н ташыуҙа технологик процестарҙың яңы матем. моделдәре эшләнә; һығылмалы йәбешкәк шыйыҡса м‑н эшләгәндә үҙәктән ҡыуған насостарҙың файҙалы эш коэф. иҫәпләүҙең яҡынса ысулы, рельефлы нефть үткәргестәрҙең үҙағышлы участкалары тулыу кимәлен иҫәпләү, көсәйтеү һалынмаларының һөҙөмтәлелеген арттырыу ысулдары, ремонт ҡыҫаларының ресурсын баһалау һәм уларҙы яңыртып арттырыу б‑са фәнни‑техник сиселештәр теҙмәһе тәҡдим ителә; нефть һәм газ ҡорамалдарының көсөргәнешле һәм сикке хәле баһалана, уларҙы нығыта торған һалынма элементтарҙың ресурсын арттырыу б‑са тәҡдимдәр эшләнә һ.б. Уйлап табыуҙарға 5 патент алынған, 4 монография нәшер ителгән. БР ФА‑ның, РФА‑ның ғилми учреждениелары, БР, РФ вуздары һәм ин‑ттары һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә.

Дир.: Ә.Ғ.Ғүмәров (2005 й. алып), Л.П.Худякова (2007 й. алып).

Л.П.Худякова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика