БАЙДӘҮЛӘТОВ Рафаэль Ибраһим улы (16.8.1943, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Береш а.), дәүләт эшмәкәре. Рәсәй Берҙәм энергетика системаһының атҡ. хеҙм‑ре (2003), БР‑ҙың атҡ. энергетигы (1993), РФ яғыулыҡ‑энергетика комплексының почётлы хеҙм‑ре (2003). Иваново энергетика ин‑тын тамамлағандан һуң (1970) Белорет электр бүлеү селтәрҙәрендә эшләй, 1979 й. алып КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты инструкторы, 1985 й. — Үҙәк электр бүлеү селтәрҙәре дир. урынбаҫары, 1987 й. — “Башкирэнерго” берекмәһенең “Энерготехсервис” пр‑тиеһы баш инженеры, 1994 й. — Өфө ҡала электр селтәрҙәре дир., 1997 й. — “Башкирэнерго” ААЙ ген. дир., 1998 й. — БР Хөкүмәте Премьер‑министрының 1‑се урынбаҫары, 1999 й. — Премьер‑министры, 2008—10 йй. РФ‑тың Федераль Йыйылышы Федерация Советында БР‑ҙың дәүләт власы башҡарма органынан вәкил, 2011 й. башлап “Электрозавод” ААЙ‑ның тулы хоҡуҡлы вәкиле. БР Дәүләт Йыйылышының 2‑се саҡырылыш депутаты. Почёт (2004), “Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2003), Салауат Юлаев (2008) орд. м‑н бүләкләнгән.

А.Л.Ғәлиәхмәтов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика