ҮТӘ ЮҒАРЫ ЙЫШЛЫҠЛЫ ТЕХНИКА, фән һәм техниканың үтә юғары йышлыҡ (300 МГц – 3000 ГГц) диапазонындағы электромагнит тирбәлеүҙәрҙе һәм тулҡындарҙы өйрәнеү һәм файҙаланыу м‑н бәйләнгән өлкәһе. Ү.ю.й.т. ҡоролмаларының үҙенсәлектәре: эш тулҡындарының оҙонлоғо ҡоролмаларҙың һыҙыҡлы үлсәмдәре, тирбәлеү периоды – электрондарҙың осоп үтеү ваҡыты м‑н сағыштырмалы; тулҡындарҙың ионосферала насар йотолоуы һәм Ер өҫтөнә яҡын ҡатламдарҙа ныҡ йотолоуы (билдәле йышлыҡтарҙа); металл йөҙҙәрҙән сағылыу коэф. юғары булыуы; үтә юғары йышлыҡ энергияһын тар нур эсендә туплап булыуы; матдә м‑н энергетик тәьҫир итешә алыу һәләтлеге; үтә юғары йышлыҡ диапазонының киң мәғлүмәт һыйҙыра алыуы һ.б. Актив (юғары йышлыҡлы энергия сығанағы булған) һәм пассив, мәғлүмәт һәм энергетик Ү.ю.й.т. айырыла. Ү.ю.й.т. ҡоролмалары һәм системалары радиолокацияла, радионавигацияла, элемтәлә, телевидениела, фәнни‑тикшеренеүҙәрҙә, мед. диагностикаһында һәм терапияла, көнкүреш приборҙарында һ.б. файҙаланыла. 1977–82 йй. БДУ‑ла  йәбешкәклеге юғары, парафинлы һәм битумлы нефтте ҡатламдан айырып алыу һәм өҫкә сығарыу өсөн электромагнит скважина сепараторы эшләнгән (Ф.Л.Сәйәхов, М.Ә.Фәтихов, В.П.Дыбленко һ.б.). Ҡоролманы газогидратты тарҡатыу һәм парафинды иретеү өсөн файҙаланырға мөмкин. 1978–84 йй. ауыр, йәбешкәклеге юғары һәм төрлө ҡатышмалар м‑н бысранған нефтте сығарғанда барлыҡҡа килгән ныҡ һыуланған тотороҡло нефть эмульсияларын тарҡатыу өсөн юғары йышлыҡтағы резонанслы электродегидратор (Сәйәхов, В.С.Хәкимов һ.б.); 1989 й. Нефть техник университеты м‑н берлектә (Сәйәхов, Ю.В.Антипин, Н.Ш.Имашев һ.б.) – оптик яҡтан үтә күренмәле эреткестәр һәм асфальт-ыҫмала-парафин ултырмалары ингибиторҙарының эффектлылығын билдәләү өсөн юғары йышлыҡлы электромагнит анализатор (“Ишимбайнефть”, “Краснохолмскнефть”, “Туймазанефть” НГДУ‑нда һ.б. индерелгән) уйлап сығарылған. 90‑сы йй. БДПИ‑ла ӨДНТУ м‑н берлектә (Р.Ғ.Әбдиев, Р.И.Сәйетов) агросәнәғәт комплексы (Башҡортостан биохимия комб‑тында, “Башхлебоптицепром”да һ.б.) материалдарының дымлылығын контролдә тотоу өсөн унификацияланған бер нисә юғары йышлыҡлы прибор; 1998–2008 йй. ӨДНТУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалында (И.Х.Бикбулатов, Н.С.Шулаев, Р.Р.Дәминев), Аҙ күләмле химия продукттары һәм реактивтары ҒТИ‑нда (Д.Л.Рахманҡолов) – атмосфераны яғыулыҡ янғанда сыҡҡан зарарлы продукттарҙан таҙартырға (“Каучук” ЯАЙ) мөмкинлек биргән һәм бутендарҙы дегидрирлау юлы м‑н мономер кетондарын алыу, кальций карбонатын тарҡатыу, гем‑дихлорциклопропандарҙы синтезлау өсөн файҙаланырға мөмкин булған гетерофазалы эндотермик реакциялар өсөн үтә юғары йышлыҡлы каталитик реактор уйлап сығарылған.

Әҙәб.: БикбулатовИ.Х., ШулаевН.С., ДаминовР.Р. Электрофизические методы воздействия и экооболочки в разработке энергосберегающих экологически безопасных технологий. Стерлитамак, 2000; СаяховФ.Л., БагаутдиновН.Я. Электротепловые методы воздействия на гидратопарафиновые отложения. М., 2003.

М.Ә.Фәтихов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика