ҮТӘ ҺЫҒЫЛМАЛЫЛЫҠ, һуҙыу ваҡытында поликристаллик ҡаты есемдәрҙең ҙур дәрәжәлә пластик деформациялана алыу һәләте. Был ваҡытта өлгөләрҙең бер нисә мең процентҡа оҙонайыуына өлгәшелә, ә ғәҙәти пластик деформация ваҡытында поликристаллик материалдар бер нисә тиҫтә проценттан артыҡҡа оҙонаймай. Структур һәм фаза үҙгәреү м‑н бәйле булған Ү.һ. айыралар. Структур Ү.һ. кристаллиттарының (бөртөктәренең) үлсәме 10 мкм кәм булған поликристаллик материалдарҙа күренә, температура һәм тиҙлектәрҙең билдәле сиктәрҙәге диапазонында күҙәтелә һәм ғәмәли ҡулланыу таба. Башҡортостанда Ү.һ. өйрәнеү 20 б. 70‑се йй. Авиация техник университетында (О.Ә.Ҡайбышев, М.Х.Рабинович) башлана, 80‑се йй. уртаһынан Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында дауам ителә. Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында Ү.һ. теорияһы эшләнгән (В.В.Астанин, Ҡайбышев, А.И.Пшеничнюк), күренештең универсаль булыуы һәм ғәмәлдә теләһә ниндәй сәнәғәт иретмәһен Ү.һ. хәленә әйләндереү мөмкинлеге асылған. Насар деформациялана торған материалдарҙың (интерметаллидтар, керамика) Ү.һ. табылған һәм өйрәнелгән. Материалдарҙа субмикро‑ һәм нанокристаллик структура өлгәшелгәндән һуң уларҙа юғары тиҙлектәге һәм түбән температуралы Ү.һ. күҙәтелеү мөмкинлеге асылған. Ү.һ. материалдың формаһын локаль үҙгәртеү, ш. уҡ ҡаты хәлдәге органик булмаған материалдарҙы иретеп йәбештереү процесын тиҙләтеү өсөн һөҙөмтәле булыуы фәнни яҡтан иҫбатланған (Р.Й.Лотфуллин). Ҡатмарлы формалағы изделиеларҙы күләмле итеп штамплау (А.Г.Ермаченко, В.Г.Трифонов), автомобиль тәгәрмәстәре өсөн дискыларҙы һәм газ турбиналарын йәйеү (Ф.З.Үтәшев), матрицалары үтә ныҡ һәм юғары модулле бор сүстәре м-н арматураланған алюмин, магний, титан нигеҙендәге еңел иретмәләрҙән торған композиттар алыу (Астанин), көплөктәрҙе һәм күп ҡатлы күҙәнәкле конструкцияларҙы иретеп йәбештереү юлы м-н формалау (А.А.Круглов, Лотфуллин, Р.В.Сафиуллин) технологиялары эшләнгән. 1989 й. алып Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында (О.Р.Вәлиәхмәтов, Р.М.Ғәлиев, Р.Р.Мөлөков, Г.А.Салищев), 1995 й. – Перспективалы материалдар физикаһы ин‑тында (Р.З.Вәлиев) деформация ҡулланып эшкәртеү ысулы м‑н наноструктур материалдар алыу б‑са тикшеренеүҙәр башлана. Өфөлә 1978 й. металдарҙың Ү.һ. б‑са 1‑се Бөтә Союз конференцияһы, 1994 й. – перспектив материалдарҙың Ү.һ. б‑са Халыҡ‑ара конференцияның күсмә сессияһы үткәрелә, унда 16 илдең (ш. иҫ. БДБ илдәренең) вәкилдәре ҡатнаша. Респ. ғалимдары тарафынан Ү.һ. б‑са уйлап табыуҙарға 250‑нән ашыу Рәсәй һәм сит ил патенттары алынған.

Әҙәб.: КайбышевО.А., УтяшевФ.З. Сверхпластичность, измельчение структуры и обработка труднодеформируемых сплавов. М., 2002.

Р.Й.Лотфуллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика