ҮҪМЕРҘӘР КЛУБТАРЫ ҺӘМ ЙӘШТӘР ҮҘӘКТӘРЕ, 11—12 йәштән 15—16 йәшкә тиклемге бәлиғ булмағандар һәм 30 йәшкә тиклемге йәштәр араһында ҡарауһыҙлыҡты һәм закон боҙоуҙарҙы иҫкәртеү, реабилитациялау, ялды ойоштороу, социалләштереү өсөн тәғәйенләнгән махсус учреждениелар. РФ‑тың “Етем балаларҙы һәм ата‑әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы социаль яҡлау буйынса өҫтәлмә гарантиялар тураһында” (1996 й. 21 дек.), “Бәлиғ булмағандарҙың ҡарауһыҙлығын һәм закон боҙоуҙарын иҫкәртеү системаһы нигеҙҙәре тураһында” (1999 й. 24 июне) һәм БР‑ҙың “Балалар, үҫмерҙәр, йәштәр клубтары һәм үҙәктәре эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеү тураһында” (1996 й. 31 окт.), “БР‑ҙа халыҡты социаль хеҙмәтләндереү тураһында” (1997 й. 7 июле) закондарына, РФ Хөкүмәтенең “Социаль реабилитацияға мохтаж бәлиғ булмағандар өсөн махсус учреждениелар хаҡында өлгө ҡарарҙарҙы раҫлау тураһында” (2000 й. 27 нояб.) һәм БР МК‑ның “Балалар, үҫмерҙәр, йәштәр клубтары һәм үҙәктәре эшмәкәрлеген камиллаштырыу саралары тураһында” (2002 й. 24 ғин.) ҡарарҙарына ярашлы эш итәләр. Тәрбиәүи характерҙағы программалар, проекттар эшләйҙәр һәм ғәмәлгә ашыралар, методик функциялар башҡаралар. Рәсәйҙә бындай учреждениелар 19 б. уртаһында “килеп йөрөгән балалар өсөн көндөҙгө клубтар”, мәктәптәрҙә “ирекле кластар”, “сәй клубтары” эргәһендәге түңәрәктәр, уйын майҙансыҡтары, йәйге һауыҡтырыу колониялары һ.б., шулай уҡ балалар приюттары, 20 б. башынан балалар һәм йәштәр ойошмалары (скауттар һ.б.) булараҡ ойошторола. 1917 й. алып таратыусы приёмниктар, коммуна мәктәптәре, балалар йорттары, төрлө профилле учреждениелар (ҡара: Өҫтәлмә белем биреү учреждениелары) соц.‑пед. функцияларҙы башҡара. Башҡортостанда 164 муниц. клуб һәм үҙәк, йәштәр эштәре б‑са органдар ҡарамағында 51 клуб һәм үҙәк, ауыл советтары ҡарамағында 2 клуб эшләй (2008).

А.И.Ҡаһарманова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика