ҮҪЕМЛЕКТӘРҘЕҢ ҺИРӘК ТӨРҘӘРЕ, популяцияларҙың иҫәбе сикле булыуы йәкибөтә ареал эсендә йә уның бер өлөшөндә түбән һан м-н осраусы төрҙәр. Дәүләт һаҡлауына мохтаж булған Ү.һ.т., хужалыҡ ҡулланылышынан сығарылып, Ҡыҙыл китаптарға индерелә, уларҙың йәшәү урындарын юҡҡа сығарыу тыйыла. Башҡортостанда Ү.һ.т. популяцияларының күп өлөшө сағыштырмаса ҙур булмаған майҙандарға эйә. Үҫемлектең һирәк осрауы беренсел (тәбиғи) һәм икенсел (антропоген) булыуы мөмкин. Беренсел һирәк осрау биол. (конкуренцияға һәләте түбән булыуы, ауыр үрсеүе һ.б.), экологик (ғәҙәттә тар экологик амплитуда), геогр. (ареал сиге) үҙенсәлектәр, төрҙөң формалашыу тарихы (реликт һәм дизъюнктив ареал, тар локаль эндемизм); икенсел һирәк осрау антропоген факторҙар м-н бәйле, уларҙың иң зарарлыһы булып үҫемлектәрҙең йәшәү урындарын тулыһынса юҡҡа сығарыу (һыуһаҡлағыстар төҙөү, сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү, һаҙлыҡтарҙы киптереү һ.б.), саманан артыҡ мал көтөү, урмандарҙы системаһыҙ ҡырҡыу, саманан тыш рекреация, файҙалы үҫемлектәрҙең сеймалын әҙерләү һ.б. тора. Ү.һ.т. иң күбе эндемиктар, реликттар, ш. уҡ гибрид сығышлы төрҙәр араһында осрай. Ү.һ.т. юҡҡа сыҡҡан популяциялары тергеҙелә. Респ. һирәк осраусылар иҫәбендә яҡынса 350 төр юғары көпшәле үҫемлектәр тора (шуларҙың 232‑һе дәүләт һаҡлауына мохтаж), БР-ҙың Ҡыҙыл китабына мүк һымаҡтарҙың 24 төрө һәм ылымыҡтарҙың 19 төрө индерелгән.

Әҙәб.: Горчаковский П.Л., Шурова Е.А. Редкие и исчезающие растения Урала и Приуралья. М., 1982; Кучеров Е.В., Мулдашев А.А., Галеева А.Х. Охрана редких видов растений на Южном Урале. М., 1987.

А.Ә.Мулдашев, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Илл.: Үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре: 1 – эре сәскәле кәкүк ситеге (Cypripedium macranthon); 2 – ҡыҙыл ойошһеркә (Cephalanthera rubra); 3 – турҡалы әшәлсә (Orchis militaris); 4 – судет бөрсөклө абаға (Rhizomatopteris sudetica); 5 – уртансы аҡтамыр (Elytrigia intermedia); 6 – йөрәгүлән (Cardamine trifida); 7 – кейеҙ стеригма (Sterigmostemum tomentosum); 8 – виргиния тәлгәшле абағаһы (Botrychium virginianum); 9 – Урал күк умырзаяһы (Pulsatilla uralensis); 10 – Гельм астрагалы (Astragalus helmii); 11 – көмөш япраҡлы тәңкәғуҙаҡ (Hedysarum argyrophyllum); 12 – күренмәгән йыланҡуҙаҡ (Lotus praetermissus); 13 – селтәр люцерна (Medicago cancellata); 14 – альп клеверы (Trifolium alpestre); 15 – ҡара көртмәле талы (Salix myrtilloides)

Яндекс.Метрика