ҮҪЕМЛЕКТӘРҘЕ ҺАҠЛАУ, 1) ауыл хужалығында һәм урман хужалығында үҫемлектәргә ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостары, ауыл хужалығы һәм урман культуралары ауырыуҙары һәм ҡый үләндәре килтергән зарарға юл ҡуймау һәм уны бөтөрөү б‑са саралар системаһы. Агротехник, биол., химик һ.б. ысулдарҙы үҙ эсенә ала. Ү.һ. агротехник ысулы агротехника алымдарын ҡулланыуға нигеҙләнә, улар ярҙамында зарарлы организмдарҙың (бөжәктәр, кимереүселәр, талпандар һ.б.) үрсеүе һәм үҫеше өсөн насар булған һәм үҫемлектәрҙең килтерелгән зарарға бирешмәүен арттырырға булышлыҡ иткән шарттар тыуҙырыла. Ү.һ. биол. ысулында үҫемлектәрҙең ҡоротҡостары һәм ауырыуҙарын таратыусылар популяцияһы һанын сикләү өсөн организмдар (бактериялар, бөжәктәр, бәшмәктәр, вирустар, имеҙеүселәр, ҡоштар һ.б.), биологик актив матдәләр (антибиотиктар, аттрактанттар, гормондар) файҙаланыла. Ү.һ. химик ысулы үҫемлектәрҙе химик һаҡлау сараларын ҡулланыуға нигеҙләнә. Ү.һ. интеграциялы системаһы оҙайлы һәм киң спектрлы пестицидтарҙы сәсеүлектәрҙең фитосанитар торошон иҫәпкә алып юғары үҙенсәлекле биол. һәм химик саралар м‑н яйлап алмаштырыу ярҙамында ҡоротҡостарҙың, ауырыу таратыусыларҙың һәм ҡый үләндәренең һанын һәм активлығын көйләүҙең тәбиғи механизмдарын макс. файҙаланыу нигеҙендә бөтә ысулдарҙы рациональ берләштереүҙе күҙ уңында тота. Башҡортостанда а.х. культураларын һаҡлау б‑са саралар Үҫемлектәрҙе һаҡлау станцияһы, урмандарҙы һаҡлау б‑са — Башҡортостан Республикаһы Урмандарҙы һаҡлау үҙәге һәм Башҡортостан Республикаһы б‑са Урман хужалығы агентлығы тарафынан үткәрелә. 2) Комплекслы фәнни дисциплина, үҫемлектәр өсөн зарарлы булған организмдарҙы өйрәнә һәм улар м‑н көрәш ысулдарын эшләй. Ү.һ. мөһим бүлектәре — энтомология һәм фитопатология. Ү.һ. төрлө фәндәр — ботаника, биохимия, вирусология, генетика, игенселек һ.б. мәғлүмәттәренә нигеҙләнә. Респ. терр‑яһында Ү.һ. б‑са тәүге эштәр 19 б. аҙ. башлана, өйөрлө саранча сығанаҡтары табыла (К.Э.Линдеман). 1910—13 йй. а.х. культуралары ҡоротҡостарының төр составын билдәләү, уларҙың таралыуын һәм килтергән зарарын өйрәнеү б‑са эштәр үткәрелә (И.А.Рушковский, С.И.Торский). БАХИ‑ла (ҡара: Аграр университет) үҫемлектәрҙе һаҡлау каф. (1939) ойошторолғандан һуң клеверҙың (К.А.Васильев), иген культураларының (А.В.Коровкина), ылыҫлы тоҡомдарҙың (П.А.Положенцев) ҡоротҡостары, иген культураларының тороно (А.А.Мейер), тирәк ауырыуҙары (И.А.Ибраһимов) өйрәнелә; ҡабаҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәрҙең ауырыуҙары, ағас тоҡомдарының микофлораһы тикшерелә, респ. терр‑яһында урман культуралары ауырыуҙарын тыуҙырған бәшмәктең 15 төрө асыла, люцернаның көрән таптарын тыуҙырыусының конидиаль стадияһы билдәләнә (М.Н.Родигин); иген культураларының йәшерен һабаҡлы ҡоростҡостары өйрәнелә, ҡара бойҙай себене тиңләштерелә (Л.А.Сибиряк); хитин синтезы ингибиторҙарын ҡулланыуҙың һөҙөмтәлелеге нигеҙләнә һәм Көньяҡ Урал шарттарында колорадо картуф ҡуңыҙына ҡаршы көрәш өсөн битоксибациллин файҙаланыу технологияһы эшләнә, пиретроидтарҙың изомер составы уларҙың инсектицид активлығына тәьҫир итеүе, парһыҙ ебәк күбәләгенә ҡаршы көрәш өсөн диспалюрҙың биол. активлығы һ.б. тикшерелә (Д.В.Әмирханов). Интеграциялы Ү.һ. һөҙөмтәлелеге БДАУ‑ҙа (М.М.Ғәниев, В.Д.Недорезков), Ауыл хужалығы институтында (А.М.Ямалиев), Биохимия һәм генетика институтында (И.В.Максимов, Р.М.Хәйруллин), Урман тәжрибә станцияһында (Р.Ә.Түрйәнов, Ф.М.Әхмәтшин) һ.б. өйрәнелә. Шулай уҡ ҡара: Биологик препараттар, Үҫемлектәрҙе биотехник һаҡлау ысулы.

Әҙәб.: Ганиев М.М., Сибиряк Л.А. Организация защиты зерновых культур. Уфа, 1985; шул уҡ. Организация защиты кормовых и технических культур. Уфа, 1988; Ганиев М.М., Недорезков В.Д., Ганиев Р.М. Регулирование фитосанитарного состояния посевов полевых культур. Уфа, 2000.

М.М.Ғәниев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика