ТӨПКИЛДЕ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Сәйрән а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 43 км һәм Ҡандра т. юл ст. Көнс. табан 12 км алыҫлыҡта Нөгөш й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында, Һамар—Өфө—Силәбе автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1110 кеше; 1920 — 1114; 1939 — 818; 1959 — 463; 1989 — 204; 2002 — 193; 2010 — 209 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ел электростанцияһы эшләй. Фельдшер-акушерлыҡ пункты бар. Ауылға керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Себер даруғаһы Әйле улусы башҡорттары нигеҙ һала, 1714 й. алып билдәле. 1795 й. 22 йортта 184 кеше йәшәгән, 1865 й. 98 йортта — 632 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, почта станцияһы, 3 һыу тирмәне, 13 бакалея кибете булған. 1906 й. 2 мәсет, урыҫ-башҡ. мәктәбе, тимерлек, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. А.Ә.Сәлихов, М.Сиражи ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов