ТӨН КҮГӘРСЕНЕ, т ы р ы л д а ҡ  ҡ у р а й с ы (Caprimulgus europaeus), төн күгәрсене һымаҡтар отрядының ысын төн күгәрсендәре ғаиләһенә ҡараған ҡош. Төньяҡ Африкала, Евразияла (Көнбайыш Европанан алып Байкал аръяғына һәм Үҙәк Ҡытайға тиклем) таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 26—28 см, ауырлығы 60—110 г. Ҡауырһын ҡапламы сыбар, һоро, көрән, тут төҫтәре өҫтөнлөк итә: өҫ яҡтан ҡара сыбарлыҡтар һәм ҡараһыу буй һыҙаттар м‑н һорғолткөрән, аҫ яҡтан — ҡара көрән арҡыры нәҙек һыҙатлы ҡыҙғылт һары‑көрән төҫтә. Тамаҡ ситтәрендә 2 ҙур аҡ тап бар. Башы ҙур, ауыҙы киң, күҙҙәре ҡара төҫтә. Суҡышы, муйыны һәм аяҡтары ҡыҫҡа, ҡанаттары, ҡойроғо оҙон. Енси диморфизм хас: ҡанат остарында һәм тышҡы руль ҡауырһындарында аҡ таптар булған ата ҡоштар инә ҡоштарға ҡарағанда эрерәк, асығыраҡ төҫтә. Моногам. Ояһы — урман түшәмәһендә, ваҡ ҡыуаҡлыҡтарҙа, ҡойолған ботаҡтар, лапы, ҡуйы үлән араһында ҙур булмаған уйым. Ояһына асыҡ һоро һәм көрәнһыу таптары булған, оҙонса‑эллипс формаһындағы 2 аҡ йомортҡа һала. Инә һәм ата ҡош 17—18 көн дауамында баҫа. Төнгө йәшәү рәүеше алып бара. Күбәләктәр, ҡуңыҙҙар м‑н туҡлана. Урмандарҙа, йылға үҙәндәрендә, аҡландарҙа, ҡырҡындыларҙа йәшәй. БР‑ҙың бөтә терр‑яһында осрай.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова