ТӨМӘНӘК, Туймазы р‑нындағы ауыл, Төмәнәк а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 11 км алыҫлыҡта Әгер й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1931 кеше; 1920 — 2426; 1939 — 1477; 1959 — 1051; 1989 — 902; 2002 — 936; 2010 — 1070 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Байлар һәм Ҡыр-Йылан улустары башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1736 й. алып билдәле (керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр күсеп килгән). Аҫаба башҡорт Төмәнәк Ҡөҙәймәтов исеме м‑н аталған. 1739 й. бында ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәрҙең яңы төркөмө, 1782 й. яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) килеп ултыра. 1795 й. 299 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 167 йортта — 952 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, сана, арба һәм тәгәрмәстәр яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған; улус идараһы урынлашҡан. 1906 й. 2 мәсет, 4 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан. Т. эргәһендәге Саған һыҙаһы — тәбиғәт ҡомартҡыһы.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.