ҮҪЕМЛЕКТӘР (Plantae, йәки Vegetabilia), организмдар батшалығы. Башҡа тере организмдарҙан автотроф туҡланыуға (органик булмаған матдәләрҙән кәрәкле органик матдәләрҙе синтезлау) һәләте булыуы м‑н айырыла, ш. уҡ ваҡытта йәшел Ү. фотосинтез башҡара. Ҡайһы бер Ү. (паразиттар, сапрофиттар) гетеротроф туҡланыу (ҡара: Гетеротрофтар) хас. Ү. яҡынса 350 мең төрө билдәле, улар ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәргә һәм ябай төҙөлөшлө үҫемлектәргә бүленә. 20 б. 2‑се ярт. Ү. айырым батшалыҡтар — бактериялар, бәшмәктәр, лайлалы бәшмәктәр һәм симбиотик организмдар төркөмө — лишайниктар бүлеп сығарылған (элегерәк ябай төҙөлөшлө Ү. индерелгән). Ү. — органик матдәләрҙең беренсел продуценттары һәм экосистемаларҙа аҙыҡ сылбырҙарының төп компоненттары, тупраҡ барлыҡҡа килеүҙә, торф тупланыуҙа, ҡаҙылма төрҙәре һоро күмер һәм таш күмер формалашыуҙа мөһим роль уйнай. Культуралы үҫемлектәр кешене аҙыҡ м‑н тәьмин итә, яһалма үҫемлектәр донъяһы булдырыу өсөн ҡулланыла. Башҡортостанда 3 меңдән ашыу Ү. үҫә, шуларҙың яҡынса 2,5 меңе — төрлө йәшәү формалары м‑н бирелгән юғары төҙөлөшлөләр (күп һәм бер йыллыҡ үләндәр өҫтөнлөк итә, ағастар, ҡыуаҡлыҡтар һ.б. 5%‑тан артмай). БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына үҫемлектәрҙең 263 һирәк төрө индерелгән. Ү. һәм үҫемлектәр донъяһын һаҡлау өсөн респ. махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре булдырылған.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.