ТӨЛДӨ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Төлдө а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.-Көнс. 11 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 65 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 825 кеше; 1920 — 718; 1939 — 667; 1959 — 620; 1989 — 419; 2002 — 328; 2010 — 273 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Уҫы даруғаһында мариҙар нигеҙ һала, 1631 й. алып билдәле. 1795 й. 34 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 79 йортта — 487 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 5 һыу тирмәне булған. 1906 й. министрлыҡ мәктәбе, 3 һыу тирмәне, 2 бакалея кибете теркәлгән. Т.К. Көбәкәев ошо ауылда тыуған.

В.А.Акиев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов