ТӨЛГӨҘБАШ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Асҡын а/c ҡарай. Район үҙәгенән Т. 18 км һәм Чернушка т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 79 км алыҫлыҡта Асҡын й. (Төй й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 345 кеше; 1939 — 462; 1959 — 427; 1989 — 262; 2002 — 267; 2010 — 265 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (1‑я Асҡын мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, мәсет бар.

Ауылға 1906 й. һәм 1911 й. араһында (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1903 й.) Бөрө өйәҙендә нигеҙ һалына. Исеме гидронимдан алынған. Шулай уҡ Төлсөкбаш, Төлгөсбаш булараҡ теркәлгән. С.Ғ.Ғәлимйәнов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.