БАЙДИН Николай Анатольевич (5.5.1919, Пермь губ. Галицы а. — 7.7.1993, Өфө), Соц. Хеҙмәт Геройы (1958). 1946 й. алып 74‑се төҙөлөш-монтаж идаралығы электр м‑н иретеп йәбештереүсеһе, 1959—87 йй. “Нефтепроводмонтаж” тресының электр м‑н иретеп йәбештереүселәр мәктәбендә производствоға өйрәтеү мастеры. Әстерхан—Һарытау, Туймазы—Өфө магистраль нефть үткәргестәре, Һарытау—Мәскәү, Магнитогорск—Ишембай газ торбалары, Өфө—Силәбе бензин үткәргесе һ.б. төҙөүҙә ҡатнаша. Ленин (1948, 1958), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика