ТӨКӘН 2‑се, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Свобода а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. Көнб. табан 30 км алыҫлыҡта Оло Көйөргәҙе й. (Оло Юшатыр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 266 кеше; 1959 — 399; 1989 — 369; 2002 — 382; 2010 — 439 кеше. Башҡорттар, урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Мораптал с‑зы ойошторолоуға бәйле Совхоздың Төкән фермаһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 50‑се йй. аҙ. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 2006 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов