ТӨЙЛӨГӘН РАЙОНЫ, Ырымбур өлкәһенең үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. 1965 й. 12 ғин. ойошторолған. Майҙаны — 1900 км2. Адм. үҙәге — ҡала тибындағы Төйлөгән ҡасабаһы. Районда 14 ауыл советы, 42 ауыл торама пункты бар. Халҡы — 19,7 мең кеше (2010), ш. иҫ. 8,6% башҡорттар (ҡара: Ырымбур башҡорттары). Башҡорттар тупланып йәшәгән иң ҙур торама пункттар (2002): Аллабирҙе, Дәүләтҡол, Варваринка, Владимировка һ.б. Башҡ. теле мотлаҡ уҡытыла торған предмет булараҡ райондың 1 мәктәбендә өйрәнелә (2013). Төйлөгәндә “Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән районы башҡорттары ҡоролтайы” (2002 й. алып), “Юшатыр” халыҡ вокаль ансамбле, Аллабирҙе а. — “Йәшлек” вокаль ансамбле, “Ләйсән” бейеү ансамбле, Дәүләтҡол а. “Тулҡын” бейеү ансамбле эшләй. К.Ғ.Ишбаев, З.Ғ.Ураҡсин, У.Ғ.Ураҡсин һ.б. ошо районда тыуған.

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018