ҮҪЕМЛЕКТӘР КЛАССИФИКАЦИЯҺЫ, синтаксономия, төрлө ранг үҫемлек төркөмө типтарын айырыу. Ү.к. үҫемлектәр донъяһын рацональ ҡулланыуҙы ойоштороу һәм уның торошон мониторингылау, биологик төрлөлөктөһаҡлау өсөн зарур. Ү.к. нигеҙендә геоботаник районлаштырыу тормошҡа ашырыла, геоботаник карталар, урмандарҙың, тәбиғи мал аҙығы ерҙәренеңһәм сегеталь үҫемлектәрҙең хужалыҡ типологияһы төҙөлә. Ү.к. үҫешенә үҫемлектәрҙе классификациялау (систематика, таксономия) һәм классификация (таксономик) рангылары (төр, зат, ғаилә, тәртип һ.б.) системаһы ҙур йоғонто яһай. Ләкин үҫемлектәрҙе классификациялау тәжрибәһен Ү.к. туранан‑тура күсереү мөмкин түгел, сөнки Ү.к. объекты 2 үҙенсәлеккә эйә. Үҫемлектәр донъяһында үҫемлек заттарына хас дискрет берәмектәр юҡ, һәм төп классификация берәмеге — фитоценоз (үҫемлектәр төркөмө), был күп үлсәмле континуумдан, йәғни үҫемлек донъяһының мөхит градиенттары буйлап әкрен үҙгәрешенән айырып алынған шартлы рәүештә бер иш өлөшө. Бынан тыш, ниндәй ҙә булһа рангының үҫемлек төркөмө типтары (синтаксондар) экологик нигеҙҙә айырылалар. 20 б. 80‑се йй. башына тиклем СССР‑ҙа һәм Башҡортостанда доминанта Ү.к. принциптары ҡулланыла: доминанталар составы оҡшашлығы б‑са үҫемлек ассоциацияларын айыралар (шыршылыҡ‑ҡара көртмәлелек, ҡарағайлыҡ‑ҡыҙыл көртмәлелек, аҡтамыр‑күстерә ассоциацияһы һ.б.), төп доминантаһы б‑са — формациялар (шыршылыҡ, ҡарағайлыҡ, имәнлек, төлкөғойроҡлоҡ, күстерәлектәр һ.б.), бер йәшәү формаһы үҫемлектәре өҫтөнлөк итеүе б‑са — үҫемлектәр донъяһы типтары (тайга, киң япраҡлы урмандар, болондар, далалар), улар экологик варианттар‑ярым типтарға бүленгән (ҡоро болондар, ысын болондар, һаҙланған болондар). 30‑сы йй. Башҡортостанда Ү.к. ошо принциптар нигеҙендә тормошҡа ашырыла (П.П.Жудова, С.Ф.Курнаев, С.Е.Кучеровская‑Рожанец һ.б.). 70‑се йй. респ. геоботаниктары Ү.к. экологик‑флористик принциптарҙы (Браун‑Бланке ысулы) ҡулланыуға күсә, улар халыҡ‑ара, универсаль булып тора, фитосоциол. номенклатураның һәм синтаксондарҙы нигеҙләүҙең ҡәтғи системаһына таяна. Республика геоботаниктары был ысулды пропагандалауҙа һәм уны СССР‑ҙың гигант терр‑яһы шарттарына яраҡлаштырыуҙа танылған лидерҙар булып тора. 1981 й. Өфөлә Ү.к. б‑са Бөтә Союз конференцияһы үткәрелә, унда Браун‑Бланке ысулын ҡулланыу маҡсатҡа ярашлы булыуы т‑да ҡарар ҡабул ителә. БР‑ҙа Б.М.Миркин етәкс. Браун‑Бланке ысулы нигеҙендә Ү.к. б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. Үҫемлектәр донъяһының төрлө типтарының: рудераль (А.Р.Ишбирҙин, М.Т.Сәхәпов, А.И.Соломещ, Г.Й.Һөйөндөкова), сегеталь (Л.М.Абрамова, К.М.Рудаков, Г.Р.Хәсәнова, Э.Ф.Шәйхисламова), бейек тау (Ишбирҙин), дымлы болондар (И.Н.Григорьев, Соломещ), урмандар (В.Б.Мартыненко, С.Н.Мартьянова, Соломещ, П.С.Широких), болондар (А.А.Филинов, С.М.Ямалов), һыу макрофиттары төркөмө (С.С.Петров) классификациялары төҙөлә. Республика геоботаниктары Рәсәйҙең бер нисә төбәге (бигерәк тә Яҡутстандың) һәм Монголияның Ү.к. өлөш индерә.

Әҙәб.: Сегетальные сообщества Башкирии /Б.М.Миркин [и др.]. Уфа, 1985; Синтаксономия, экология и динамика рудеральных сообществ Башкирии /А.Р.Ишбирдин [и др.]. Уфа, 1988; Влажные луга республики Башкортостан: синтаксономия и вопросы охраны /И.Н.Григорьев [и др.]. Уфа, 2002.

Б.М.Миркин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика