ТӨЙЛӘН, Д ө й л ә н, йылға, Дим й. һул ҡушылдығы. Дәүләкән р‑ны Ҡоръятмаҫ а. төньяҡ‑көнсығышҡа 2 км, Асылыкүлдән көньяҡҡа табан 4 км алыҫлыҡта башлана. Дәүләкән һәм Әлшәй р‑ндары буйлап төньяҡ‑көнбайыштан көньяҡ‑көнсығышҡа ҡарай аға һәм Дим й. (тамағынан 195 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 51 км, басс. майҙаны 425 км2. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 1,3 м3/с. Йылға басс. Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығының көнсығыш битләүендә урынлашҡан. Ландшафы ҡараһыу һоро урман тупрағындағы һәм йыуылған ҡара тупраҡтағы болонло далаларҙан һәм ҡоро болондарҙан тора. Басс. яҡынса 17%‑ын урман ҡаплаған. Дәүләкән р‑ны Ахун а. эргәһендә йылғала һыуһаҡлағыс төҙөлгән. Иң ҙур ҡушылдыҡтары: Ташлы, Ҡатай (икеһе лә — уң).

В.А.Загорский

Тәрж. А.Н.Күсеев

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.