ТӨЙӘЛӘҪ, йылға, Урал й. уң ҡушылдығы. Ирәндек һыртында башлана. БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны, Силәбе өлк. буйлап көньяҡ‑көнбайыштан төньяҡ‑көнсығышҡа (Туғажман й. тамағынан — көньяҡ‑көнсығышҡа) табан аға. Урал й. (тамағынан 2002 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 81 км, басс. майҙаны 1060 км2. БР‑ҙа оҙонлоғо яҡынса 64 км. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Уртаса йыллыҡ һыу сығымы 3,9 м3/с. Ландшафы үрге ағымда аҡһыл һоро тау‑урман тупрағындағыҡарағай һәм ҡайын урмандарынан, ҡара болон тупрағындағы болонло далаларҙан, түбәнге ағымда ябай ҡара тупраҡтағы ҡылған‑төрлө үләнле далаларҙан һәм һөрөнтө ерҙәрҙән тора. Т. үрге ағымында Ғәҙелша шарлауығы, Төйәләҫ а. эргәһендә быуа урынлашҡан. Басс. 80%‑ын урман ҡаплаған, 1%‑ы һаҙланған. Ҡушылдыҡтары: уң — Ҡарағайлы; һул — Туғажман.

В.А.Загорский

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018