ТӨЙӘЛӘҪ, ауыл, 20 б. 60‑сы йй. алып Сибай ҡ. составында, Төйәләҫ а/с үҙәге. Сибай ҡ. һәм т. юл ст. Т. табан 18 км алыҫлыҡта Төйәләҫ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 432 кеше; 1959 — 566; 1989 — 1063; 2002 — 1062; 2010 — 1075 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 30‑сы йй. “Төйәләҫ” к‑зы ойошторолоуға бәйле Төйәләҫ ауыл хужалығы участкаһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 60‑сы йй. алып ҡасабала “Башмедьстрой” тресының ярҙамсы хужалығы урынлашҡан. 70‑се йй. башынан Т. ҡасабаһы булараҡ теркәлгән, 1989 й. башлап ҡала тибындағы Т. ҡасабаһы, 2004 й. хәҙ. статусын ала. 1959 й. Баймаҡ р‑нының Моҡас а/с ҡараған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.