ҮҪЕМЛЕКТӘР ДОНЪЯҺЫ, Ерҙең йәки уның айырым  терр‑яларының үҫемлектәр төркөмөберләшмәһе. Ү.д. таралыуы башлыса дөйөм климат шарттары м‑н билдәләнә, зона һәм бүлкәтлелек ҡанундарына буйһона. Тәбиғәт (климат, рельеф, тупраҡһ.б.), антропоген (көтөүлек, бысраныу, рекреация һ.б.) факторҙар тәьҫирендә формалаша. Ү.д. мөһим билдәһе булып яруслылыҡ, синузиаль структура, миҙгелле ритмдар һ.б. тора. Ү.д. – биологик ресурстар сығанағы, йылға аҡмаһы режимын һәм атмосфераның газ составын көйләй. Ү.д. һаҡлау өсөн  антропоген йөкләнештеҡулайлаштырыу һәм махсусһаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре системаһын үҫтереү мотлаҡ. Ү.д. таралыуының зона законлыҡтары геоботаник, ботаникгеографик районлаштырыуҙың нигеҙендә ята. Универсаль үҫемлектәр классификацияһына ярашлы рәүештә типтарҙы (тундра, тайга һ.б.), төркөмдәрҙе, йәки свиталарҙы, типтарҙы (тропик, төньяҡ тропик булмаған һ.б.), өлкәләрҙе (голарктик, пантропик һ.б.); Браун‑Бланке ысулына ярашлы рәүештә – болон, рудераль, сегеталь, дала Ү.д., һыу макрофиттары берләшмәләрен һ.б. айырып йөрөтәләр. Башҡортостан терр‑яһында ярашлы тәбиғәт зоналарынҡылыҡһырлаусы урман, урман‑дала, дала Ү.д. таралған. Ү.д. күп төрлөлөгө – респ. физик‑географик урынлашыуы м‑н, тауҙарҙа ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге м‑н бәйле. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралыныңтөньяҡ-көнбайыш өлөшөндә (Ҡаратау, Елмәрҙәк һ.б.) киң япраҡлы‑ҡара ылыҫлы урмандар таралған, юғарыраҡта улар ҡара ылыҫлы тайга м‑н алышына, аҙаҡ һирәгәйә, бейек тау болондары м‑н алышына һәм  ярым яланғас бүлкәтте барлыҡҡа килтерә, үҙ сиратында, яланғас бүлкәт тундра һымаҡ берләшмәләр м‑н алышына. Башҡ‑н (Көньяҡ) Уралының үҙәк өлөшөндә (Йылайыр яйлаһы, Уралтау, Баштау, Ҡыраҡа һырттары) –ҡарағайҙан һәм ҡарағастан торған асыҡ ылыҫлы урмандар м-н, көнсығыш битләүендә – ҡайын урман‑дала (хужалыҡ өсөн үҙләштерелеүенә тиклем был терр‑я яҡты ылыҫлы, башлыса, ҡарағас урмандары м‑н биләнгән булған, тип фараз ителә), көнбайыш, дымлылығы юғарыраҡ булған битләүҙәрҙә – имән, йүкә һәм ҡатнаш урмандар м-н; Башҡортостан Урал алдыныңтөньяҡ өлөшөндә (Кама-Ағиҙел йылға аралығы, Өфө яйлаһы) – киң япраҡлы ҡара ылыҫлы, көньяҡҡа табан киң япраҡлы (имән, йүкә, саған һ.б. ҡатнашлығында) урмандар м‑н бирелгән. Көньяҡ урмандарҙан утрауҙар барлыҡҡа килә һәм урман‑дала формалаша, ул ш. уҡ Әй‑Йүрүҙән йылға аралығында бирелгән. Дала Ү.д. (ҡара: Далалар) Уралдың көнсығыш битләүенең тау алдында тар һыҙат булып һуҙыла; Ирәндек һыртының көньяҡ өлөшөндә, Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығының көнсығыш битләүендә башлыса һөрөнтөгә яраҡлы булмаған һөҙәк битләүҙәрҙә һаҡланып ҡалған. Йылға үҙәндәрендә һыу ташыу режимы тәьҫире аҫтында тирәктән, талдан урмандар һәм болондар барлыҡҡа килгән.

Күлдәргәһәм йылғаларға гидрофиттар (һыу Ү.д.) һәм гигрофиттар (яр буйы‑һыу Ү.д.) берләшмәләре тура килә, һаҙлыҡ Ү.д. осрай. Ылыҫлы һәм киң япраҡлы урмандарҙың байтаҡ өлөшө икенсел ваҡ япраҡлы ҡайын, уҫаҡ, һоро еректән торған урмандар һәм болондар м‑н алыштырылған. Антропоген йөкләнештең көсәйеүенә бәйле Ү.д. төр составы ярлылана, көтөүлек дигрессияһы күҙәтелә. Игенселектең үҫеше агроценоздарҙың барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә, был осраҡта үҫтерелеүсе культуралар сегеталь ҡый үләндәре м‑н берләшә.Торама пункттарҙа парктар һәм баҡсалар булдырылған, уларҙа күп һанлы интродукцияланған төрҙәр күҙәтелә, рудераль берләшмәләр формалаша (ҡара: Антропоген үҫемлектәр).

Әҙәб.: КрашенинниковИ.М., Кучеровская-Рожанец С.Е. Растительность Башкирской АССР. Т.1. М.; Л., 1941; Жудова П.П. Геоботаническое районирование Башкирской АССР. Уфа, 1966.

Б.М.Миркин, А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика