БАЙДАРКА ҺӘМ КАНОЭЛА ИШЕҮ БУЙЫНСА СПОРТ МӘКТӘБЕ. Өфөлә урынлашҡан. 1992 й. Респ. ДЮСШ булараҡ ойошторола, 1994 й. алып СДЮСШОР, 2007 й. — байдарка һәм каноэла ишеү буйынса балалар һәм үҫмерҙәр махсус спорт мәктәбе. Байдарка һәм каноэла ишеү, ишеү слаломы бүлектәре эшләй. Мәктәптә 380‑дән ашыу уҡыусы шөғөлләнә, 11 уҡытыусы-тренер эшләй (2012). Кәмәләрҙе һаҡлау өсөн ангары, тренажёр залы (10×5 м), Затон биҫтәһендә баржаһы һ.б. бар. Тәрбиәләнеүселәре араһында А.Н.Попов, К.Н.Фомичёв, ш. уҡ 50‑нән ашыу Рәсәй спорт мастеры. Мәктәп м‑н тренерҙар Д.Н.Попов, Н.А.Попов, Н.А.Попова һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика