ТӨҘӨЛӨШ ҺӘМ ҠАЛА ТӨҘӨЛӨШӨ КОМПЛЕКСЫ ИНСТИТУТЫ, Б Р Т ө ҙ ө л ө ш  к о м п л е к с ы  ғ и л м и ‑ т и к ш е р е н е ү, п р о е к т - к о н с т р у к т о р л ы ҡ  һ ә м  п р о и з в о д с т в о  и н с т и т у т ы, ДУП. 1956 й. Черниковск ҡ. “ВНИИстройнефть” Өфө филиалы булараҡ асыла, 1970 й. алып Өфө сәнәғәт төҙөлөшө ҒТИ, 1987 й. — Өфө сәнәғәт төҙөлөшө ғилми‑тикшеренеү һәм конструкторлыҡ ин‑ты, 1993 й. — БР Төҙөлөш комплексы ғилми‑тикшеренеү, проект‑конструкторлыҡ һәм производство ин‑ты, 2002 й. хәҙ. статусын ала, 2010 й. БР Төҙөлөш һәм ҡала төҙөлөшө комплексы ғилми-тикшеренеү, проект‑конструкторлыҡ һәм производство ин‑ты. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: фундамент төҙөлөшө, төҙөлөш конструкциялары һәм төҙөлөш материалдары өлкәләрендә тикшеренеүҙәр; биналар һәм ҡоролмалар төҙөү һәм реконструкциялау, ш. иҫ. ҡатмарлы ер тоҡомо шарттарында (ҡара: Ер тоҡомон өйрәнеү ғилеме), проекттарын эшләү; инженерлыҡ‑төҙөлөш тикшеренеүҙәре һәм норматив‑техник документация төҙөү; төҙөлөш конструкцияларын, изделиеларын һәм материалдарын сертификациялы һынауҙар һ.б. Институт составына 6 ғилми бүлек, 20 лаб., 14 сектор, һынау үҙәге, архитектура оҫтаханаһы, техник документация сығарыу бүлеге, ғилми-техник китапхана инә. 87 ғилми хеҙм‑р араһында 7 фән д‑ры һәм 16 фән канд. (2010). Институт ғалимдары тарафынан свайлы фундаменттар, ш. иҫ. эре панелле торлаҡ йорттар өсөн нигеҙ түшәме булмаған фундаменттар, сәнәғәт төҙөлөшө өсөн бер свайлы (штамп йыйылмалы, ҡатнаш, буш түңәрәк свайҙар, свай-колонналар һ.б.) фундаменттар, үткәргес торбалар һәм эстакадалар өсөн свайлы терәүҙәр уйлап табыла һәм етештереүгә индерелә; ер аҫты ҡоролмалары һәм ҡатмарлы объекттар фундаменты проекттары, ш. иҫ. карслы терр‑яларҙа, эшләнә; төҙөлөш машиналары, зонд м‑н тикшереү ҡулайламалары, алдан уҡ көсөргәнеш бирелгән тимер-бетон конструкциялар (ферма, балка, ҡаплау һәм түбәлек плиталар, стена панелдәре һ.б.), ағас конструкциялар серияһы; сода производствоһы ҡалдыҡтарынан цементһыҙ бәйләүес материал алыу ысулы һәм уның нигеҙендә төҙөлөш изделиелары әҙерләү технологияһы, биналарҙы һаҡлаусы конструкцияларға һөҙөмтәле йылытҡыстар эшләү өсөн юғары термик ҡаршылыҡлы материалдар һ.б. сығарыла. Институт Башҡорт драма театры, Милли музей, Милли китапхана биналарының, “Бизнес-парк”, Конгресс-холл комплекстарының, “Lasselsberger” керамик плитка з‑дының, “Амстар”, “Полиэф” ААЙ‑ларының, “Ғаилә” сауҙа‑күңел асыу комплексының, “Үҙәк” сауҙа комплексының, “Каруанһарай” ЯСЙ‑ның, т. юл вокзалының, күп ҡатлы торлаҡ йорттарҙың (бөтәһе лә — Өфө) проекттарын эшләүҙә һ.б. ҡатнаша. Уйлап табыуҙарға 250‑нән ашыу авторлыҡ танытмаһы һәм патент алына. “Бюллетень строительного комплекса РБ” (“БР төҙөлөш комплексы бюллетене”) ж. (1993 й. алып), фәнни хеҙмәттәр йыйынтығы (1962 й. алып) нәшер ителә. Институт БР һәм РФ‑тың ғилми‑тикшеренеү ин‑ттары һәм вуздары м‑н хеҙмәттәшлек итә. Дир.: А.Ф.Полак (1956 й. алып), Б.В.Гончаров (1980 й. алып), А.Е.Полевой (1988 й. алып), Ф.Е.Волков (1992 й. алып), Р.Ф.Ваһапов (2003 й. алып).

Р.Ф.Ваһапов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина