ТӨБӘКТЕ ҺАУАНАН ФОТОҒА ТӨШӨРӨҮ, осоу аппараттарынан ер өҫтөн фотоға төшөрөү. Масштабы (ҙур һәм бәләкәй масштаблы), геодезия (планлы, перспективалы, майҙанлы, маршрутлы) һәм спектраль (аҡлы‑ҡаралы, төҫлө, күп зоналы, спектраль зоналы, инфраҡыҙыл) характеристикалары б‑са айырыла. Алынған аэрофотоһүрәттәрҙең шифры сиселә: төшөрөлгән объекттар билдәләнә, сифат һәм һан яғынан баһа бирелә, һөҙөмтәләр графика, цифр һәм текст формаһында иҫәпкә алына. Т.һ.ф.т. һөҙөмтәләре геодезияла (топографик карталар төҙөү), геологияла (файҙалы ҡаҙылмалар эҙләү, ер өҫтөнөң төҙөлөшөн һәм составын өйрәнеү), ер төҙөлөшө б‑са эштәрҙә ерҙе инвентаризациялау, ер кадастрын төҙөү), экологик мониторинг үткәреү һ.б. өсөн ҡулланыла. 1934—55 йй. БАССР‑ҙа Т.һ.ф.т. “Аэрогеология” берекмәһе тарафынан алып барыла. 80‑се йй. Башҡортостан терр‑яһының ҙур (1:10000) һәм бәләкәй (1:40000) масштаблы фотоһүрәттәре эшләнә. Т.һ.ф.т. м‑н БР‑ҙа “Уралаэрогеодезия” ААЙ (Екатеринбург ҡ.), респ. көньяғында “Урта Волга аэрогеодезия предприятиеһы” ФДУП (Һамар ҡ.) шөғөлләнә. 90‑сы йй. алып район үҙәктәренең 1:2000 масштаблы топографик пландары эшләнә; төрлө масштаблы топографик карталар яңыртыла. Т.һ.ф.т. материалдары “Башкиргеология” ААЙ‑нда, “Геопроект” ЯСЙ‑нда, Йәшәйеш хәүефһеҙлеге институтында, “Рослесинфорг” ФДУП‑ында, БР б‑са Федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәте идаралығында һ.б. файҙаланыла. Шулай уҡ ҡара: Йыһандан фотоға төшөрөү.

В.И.Барышников, В.Г.Меркун, В.П.Непочатых

Тәрж. И.М.Япаров