ТӨБӘК, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Туҡай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 27 км һәм Дәүләкән т. юл ст. Көнс. табан 50 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 410 кеше; 1959 — 258; 1989 — 167; 2002 — 188; 2010 — 176 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1919 й. Стәрлетамаҡ өйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Ҡорманай а. кешеләре нигеҙ һала. 1925 й. 60 йорт теркәлгән.

М.Х.Сафин, М.С.Әминева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018