ТОРФЯНОЙ, Өфө р‑нындағы ауыл, Чесноковка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 19 км һәм Өршәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 1 км алыҫлыҡта Өфө—Ырымбур автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 82 кеше; 1989 — 676; 2002 — 170; 2010 — 196 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер-аушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 20 б. 40‑сы йй. торф ятҡылыҡтарын үҙләшетереүгә бәйле ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына. 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018