ТОРОНТАЙЫШ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Торонтайыш а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. Т.-Көнб. табан 25 км алыҫлыҡта Торонтайыш й. (Ҡорҫаҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 3210 кеше; 1920 — 3674; 1939 — 2463; 1959 — 2013; 1989 — 1367; 2002 — 1305; 2010 — 1034 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1760 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Нуғай даруғаһы Яйыҡ-Ҫыбы Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) нигеҙ һала. Һуңыраҡ бында ш. уҡ шарттарҙа керҙәш башҡорттар килеп ултырған. Шулай уҡ Мусый, Мәсей, Торонташ булараҡ теркәлгән. 1795 й. 66 йортта 465 кеше йәшәгән, 1865 й. 324 йортта — 1721 кеше. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, 2 училище, 6 һыу тирмәне булған. 1906 й. 4 мәсет, һыу тирмәне теркәлгән. 1939 й. Т. (1675 кеше) һәм Торонташ (788 кеше) аа. булараҡ иҫәпкә алынған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов