ҮҪЕМЛЕКТӘР АНАТОМИЯҺЫ, үҫемлектәрҙең эске төҙөлөшөн өйрәнгән ботаника бүлеге. Хәҙ. Ү.а. төрлө экологик төркөмдәргә ҡараған үҫемлектәрҙең ағзаларының төҙөлөш үҙенсәлектәрен (экологик Ү.а.), ҡоротҡостар һәм ауырыу тыуҙырыусылар тәҫьире аҫтында туҡымаларҙың һәм ағзаларҙың үҙгәреүен (патологик Ү.а.), үҫемлектәрҙең төрлө систематик төркөмдәренең филогенетик бәйләнешен (сағыштырма Ү.а.), биохимик процестарҙың туҡыма һәм ағзаларҙың анатомик төҙөлөшө м‑н бәйле булыуын (функциональ Ү.а.) өйрәнә. Үҫемлектәр цитологияһы Ү.а. бүлеге булып тора. Ү.а. тикшеренеү һөҙөмтәләре ауыл хужалығында, фарм. һәм аҙыҡ‑түлек сәнәғәтендә, ағасты өйрәнеүҙә, дендрохронологияла һ.б. ҡулланыла. 20 б. 80—90‑сы йй. Биология институтында төрлө ағас төрҙәрендә йыллыҡ ҡулсаларының үҙенсәлектәре тикшерелгән (С.Е.Кучеров); һуған төркөмөнә ҡараған айырым төрҙәрҙең (С.С.Хәйретдинов); Медицина университетында дарыу үҫемлектәренең (Ю.Г. Афанасьева, Т.И.Плеханова) вегетатив ағзалары анатомияһы өйрәнелгән.

Әҙәб.: Э с а у К. Анатомия растений. Кн. 1, 2. М., 1980.

Л.Ғ.Наумова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018