ТОРНАҺАҘ, Сөн й. басс. һаҙлыҡ. Илеш р‑ны Тыпый а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Маты й. ташҡын‑һыубаҫар туғай комплексына инә. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 106,0 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 1,0 м, эшкәртелмәгән торф запасы 118,0 мең т. Башлыса ер өҫтө һыуҙары м‑н туйына. Аҡ ҡайын, ҡара ерек, тал, ябай муйыл, ҡара ҡарағат һ.б. үҫә. Ҡоралай, ҡыҙыл төлкө, ондатра, урман эте, шәшке, ҡашҡабаш, һаҙғыраҡ сөрәгәй, һуна өйрәк һ.б. йәшәй.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. А.Н.Күсеев

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018