ТОРНА, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Урғыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 39 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 124 км алыҫлыҡта Мерәсем й. (Ҡариҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 718 кеше; 1920 — 928; 1939 — 576; 1959 — 376; 1989 — 195; 2002 — 103; 2010 — 77 кеше. Татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға Себер даруғаһы Һунлар улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1655 й. керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр нигеҙ һала. Шул уҡ шарттарҙа мишәрҙәр Яңы Торна а. нигеҙ һалғандан һуң Иҫке Торна булараҡ теркәлгән. 19 б. аҙ. алып хәҙ. исемен йөрөтә. 1865 й. 85 йортта 527 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, балта эше м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. мәсет (1875 й. төҙөлгән), бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов  

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018