ТОРМАЙ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Ямғырсы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 15 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 69 км алыҫлыҡта Кесе Ҡайраҡты й. (Стәрле й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 350 кеше; 1920 — 592; 1939 — 631; 1959 — 422; 1989 — 383; 2002 — 434; 2010 — 378 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (2‑се Стәрлебаш урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға 1794 й. Стәрлетамаҡ өйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Ашҡаҙар а. яһаҡлы татарҙары нигеҙ һала. Шулай уҡ Ҡайраҡлы‑Тормай исеме м‑н теркәлгән. 1865 й. Ҡайраҡтыбаш (Т.) булараҡ иҫәпкә алынған, 43 йортта 266 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов