ТОР, йылға, Нөгөш й. (Ағиҙел й. басс.) уң ҡушылдығы. Артмаҡ тауынан төньяҡҡа табан 4 км алыҫлыҡта Баш Алатау һыртының көнбайыш битләүендә башлана. Мәләүез һәм Ишембай р‑ндары буйлап төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа, Торғаҫ й. тамағынан тағы ла Мәләүез р‑ны буйлап аға. Нөгөш й. (тамағынан 5,3 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 54 км, басс. майҙаны 417 км2. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Мәләүез р‑ны Воскресенск а. эргәһендә уртаса йыллыҡ һыу сығымы 4,1 м3/с. Басс. рельефы убалы‑соҡорло, карст таралған. Ландшафы һоро урман тупрағындағы ҡайын‑уҫаҡ һәм ҡарағай‑шыршы урмандарынан, түбәнге ағымында типик ҡара тупраҡтағы далаларҙан тора. Басс. яҡынса 65%‑ын урман ҡаплаған. Ишембай р‑ны Верхотор а. һәм Мәләүез р‑ны Воскресенск а. эргәһендә йылғала һыуһаҡлағыстар төҙөлгән, Ишембай р‑ны Кузнецов утары эргәһендә быуа бар. Иң ҙур ҡушылдыҡтары: Йылға, Торғаҫ (бөтәһе лә — уң).

В.А.Загорский

Тәрж. А.Н.Күсеев

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018