ҮРМӘҪ ӘШӘЛСӘ (Spiranthes), әшәлсәһымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 25 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда күркәм Ү.ә. үҫә. Ҡыҫҡа тамырһабаҡлы һәм бүлбегә оҡшаш тамырлы күп йыллыҡ, ҡышын йәшел үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 15–35 см. Япрағы тар, ланцет. Сәскәләре ваҡ, сағыу ал төҫтә, сәскә эргәлегенең япраҡсалары ҡыңғырау рәүешендә, тышҡылары – оҙонса, 3 тамырсыҡлы, эскеләре – ҡыяҡлы, 1 тамырсыҡлы. Ирене тибенгеһеҙ, овал, өҫкө өлөшөндә аҙ билтәкле, алғы өлөшө өҫ яҡтан ваҡ имсәле. Поллинийҙары – 2, суҡмар формаһында, ике көрәкле; емшәне ултырма, биҙле төктәр м‑н, сәскә эргәлеге уға табан тура мөйөш яһап боролған. Сәскәлеге – бер яҡлы уралған башаҡ. Июль–авг. сәскә ата. Емеше – ҡумта, авг.–сент. өлгөрә. Әбйәлил (Атауҙы күле эргәләре) һәм Дыуан (Озерский һаҙлығы) р‑ндарында дымлы йылға һәм күл яны болондарында, торф һаҙлыҡтарында үҫә. Декоратив үҫемлек. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Илл.: Күркәм үрмәҫәшәлсә (Spiranthes amoena)

Яндекс.Метрика