ҮРМӘҒЫУАҠ (Atragene), лютик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 13 төрө билдәле, Евразия һәм Төньяҡ Американың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда себер Ү. үҫә. Оҙонлоғо 3 м тиклем булған үрмәле йәки түшәлеүсән һабаҡлы ҡыуаҡ лиана. Япрағы ике тапҡыр өсәрле, терәкте уратып алған оҙон һаплы. Сәскәһе эре, яңғыҙар, аҡ йәки һарғылт аҡ төҫтә, киң ҡыңғырау формаһында, дүрт тажлы, һалынҡы, каса япраҡсалары таж рәүешле. Июнь— июлдә сәскә ата. Емеше — төклө сәтләүек, авг.—сент. өлгөрә. Ылыҫлы һәм япраҡлы урмандарҙа, ҡыуаҡлыҡтар араһында, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының яланғаслыҡтарында һәм ташлы битләүҙәрендә, Башҡортостандың Урал алдының төньяҡ өлөшөндә үҫә. Декоратив, баллы үҫемлек. Составында алкалоидтар, сапониндар, йөрәк гликозидтары һәм флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Н.В.Маслова

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.